Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы мәктәбендә спорт залы яңыртылды

 Хәҙер уҡыусыларҙың физкультура менән шөғөлләнергә теләктәре лә, мөмкинлектәре лә бар. Тулыраҡ сираттағы материалда.

Ишбирҙе мәктәбендә 81 уҡыусы белем ала. Уларҙың 13-сө Бөрйән-Йылға, Йылым ауылдарынан  килеп мәктәп яны интернатында йәшәй. Крепостной Йылайырҙан тағы ла 14 бала белем ала. Уңайлы шарттарҙа  спорт менән шөғөлләнеү маҡсатында, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы, мәктәптең  спорт залы төҙөкләндерелде.

Оҙаҡ көткән эштәр тамамланды. Өр-яңы баскетбол  ҡалҡаны, волейбол селтәре, туптар, саңғылар - быларҙың барыһы ла яңы йыл алдынан шәп бүләк. Спорт залын асыуға уҡыусыларҙың сығышы ла йәм өҫтәне.

 “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы районда әүҙем тормошҡа ашырыла. һуңғы йылдарҙа ауыл биләмәләрендә тап ошо проект ярҙамында бихисап эштәр башҡарылды. Был мөһим сарала урындағыларҙың  әүҙем ҡатнашып, тырышлыҡ күрһәтеүе ҡыуандара. 

Рүзилә Ғүмәрова