Быйылғы форум кампанияһына йомғаҡ яһалды

Өфөлә Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты төрлө форумдарҙа ҡатнашып еңеү яулаған йәштәрҙе бүләкләне.

Бөтә Рәсәй форум компанияһында һәм «Рәсәй йәштәр» ойошмаһы үткәргән гранттар конкурсы еңеүселәренә юғары баһа бирелде. Йыл дауамында республика йәштәре ил, халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылған форумдарҙа төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 23 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Еңеүселәр башлыса ижад, мәғариф һәм спорт йүнәлештәре буйынса социаль әһәмиәтле проекттарҙы яҡлаған. Бүләкләнеүселәр араһында Ҡырым ярымутрауында үткәрелгән «Таврида» арт-кластерында еңеүсе Наҙгөл Ғәлиева ла бар. Ул етенсе йыл рәттән ҡатнашып, быйыл өсөнсөгә грант яулаған.

Йөҙләгән ҡатнашыусы араһында уның «Аҫылташ интернет марафоны» проекты еңеүсе тип табылып, 400 мең һумлыҡ грант ота. Был марафон башҡа төбәктәрҙә йәшәгән милләтәштәребеҙ араһында башҡорт шиғриәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Әлфинә Килдейәрова