Стәрлетамаҡ һәм Өфө театрҙарында классик әҫәр премьералары үтте

Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләшмәһенең башҡорт драма һәм Өфө «Нур» татар дәүләт театрҙарында тамашасыға яңы спектакль тәҡдим ителде. Ике көн дауамында барған тамаша тулы зал йыйҙы. Әйткәндәй, ике мәҙәниәт учреждениеһының да быйыл утыҙынсы ижад миҙгеле. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

«Ғәлиәбаныу» - театр сәнғәтенең оҙон ғүмерле пьессаларының береһе. Мирхәйҙәр Фәйзи әҫәрҙе 25 йәшендә генә ижад итә һәм тәүге тапҡыр 1917 йылда Ырымбурҙа сәхнәләштерелә. Шул ваҡыттан бирле ул милли театр сәхнәләренән төшмәй. Өфө «Нур» татар дәүләт театрында сираттағы премьера. Режиссер Азат Йыһаншин ҡуйған спектаклдә төп ролдәрҙең береһен Гөлназ Биктимерова уйнай.

Режиссер сәхнә әҫәренә әллә ни үҙгәрештәр индермәгән. Пьесала барған ваҡиғалар бер аҙ  ҡала тормошона яҡынлаштырылған. Быны сәхнә костюмдарының ҡатмарлы, бер үк ваҡытта төрлөлөгөнә ҡарап та билдәләргә мөмкин.

Ә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры үҙ тамашасыһына Флорид Бүләковтың «Эх, күгәрсенкәйҙәрем» спектаклен тәҡдим итте. Ул шулай уҡ классик әҫәрҙәр исемлегенә ингән пьеса. Халыҡсанлығы менән алдырған әҫәр төрлө быуын тамашасыһының күңелен яулай. Сөнки ул бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай.

Комедия жанрында ижад ителһә лә әҫәр тәрән фәлсәфәле, ти ҡуйыусы-режиссер Рөстәм Хәкимов. Башҡорт театры, ғөмүмән, ХХХ ижад миҙгелен юғары рухи-мәҙәни күтәренкелек менән дауам итә. Коллектив һәр ваҡыттағыса ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә.

Азат Ғәлиуллин