Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында тауар әйләнеше 1 миллард долларға етергә тейеш

Ошо турала ил Хөкүмәте премьер-министры Асҡар Мамин беҙҙең республикаға эш сәфәре барышында белдерҙе. “Был һан алға ынтылыу нөктәһе булырға тейеш. Уға ирешеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар”, - тине республика башлығы Радий Хәбиров. Быйыл Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһында тауар әйләнеше 20 миллиард доллар булған. Ул былтырғы менән сағыштырғанда 20 процентҡа артҡан. Беҙҙең ил Ҡаҙағстан менән төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итә. Коронавирус менән көрәштә лә берҙәм эш алып барыла. Ҡарағанда ҡалаһында “Спутник V” вакцинаһын етештереү яйға һалынған. 7 миллион дана препарат сығарылған.