Дамира Шәрифйән ҡыҙына 69 йәш ине. Ул ғүмерен медицинаға бағышланы, балалар хирургы булып эшләне. 2010 йылда Дамира Сабирйәнова Башҡортостан Медицина палатаһын ойоштора һәм етәкләй, медицина фәндәре кандидаты, 60-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Ғалимә сифатһыҙ дауалау һәм табип хаталары менән көрәшә, медицина хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡтарын яҡлау менән шөғөлләнә. Мәрхүмәнең коллегаһы, медицина фәндәре докторы, Медицина палатаһы бюроһы ағзаһы Мәхмүзә Ғәйнуллина хәтирәләре менән уртаҡлаша.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДамира Сабирйәнова менән хушлашыу бөгөн Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының Медик йортонда 13 сәғәт 30 минутта башлана.
“Әүҙем кеше булды. Һәр саҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең хоҡуғын яҡланы”. Шулай тип белдерҙе Башҡортостан Медицина палатаһы рәйесе Дамира Сабирйәнова тураһында Башҡортостан Башлығы. Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне Дамира Шәрифйән ҡыҙын иҫкә алыуҙан башланы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДамира Сабирйәноваға 69 йәш ине. Ул ғүмерен медицинаға бағышланы, балалар хирургы булып эшләне. Фәнни ҡаҙаныштары ла байтаҡ, ул 60-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Дамира Сабирйәнованы бөгөн һуңғы юлға оҙаттылар.