Һуңғы тәүлектә юл-транспорт ваҡиғаларында 4 кешенең ғүмере өҙөлдө. Туймазы районында ПАЗ вахта автобусы менән «Тойота Эстима» минивены бәрелеште. Һәләк булыусылар бар.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАвария Бәләбәй – Николаевка – Туймазы юлының 57-се километрында теркәлде. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә минивен водителе ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе үк һәләк була. Автобус салонында 3 пассажир булыуы билдәле. Улар табиптар күҙәтеүендә.
Туймазы районында ҡаршы килгән «Лада Гранта» менән КамАЗ йөк машинаһы бәрелешеп, еңел автомобиль водителе һәләк булған. Көслө бәрелештән йөк машинаһы юл ситенә түңкәрелгән. Уның водителе зыян күрмәгән.
Авария көндөҙгө сәғәт дүрттәр тирәһендә Октябрьский – Туймазы автомобиль юлының 12-се километрында теркәлгән. Шулай уҡ Көйөргәҙе районында ике еңел автомобиле бәрелешеп ҡазаланған 55 йәшлек ҡатындың дауаханала ғүмере өҙөлгән.