Үтеп кенә китә алмаған. Өфөлә йәшәүсе ир төтәп ултырған автомобиль эсенән кеше ғүмерен ҡотҡарған. Ғәҙәттән тыш хәл үткән шәмбе ВДНХ эргәһендә теркәлә. Айрат Бикбулатов зыян күреүсене машинан сығарып ҡына ҡалмай, иҫен юғалтҡан водителгә беренсе ярҙам күрһәтеп, дауаханаға алып бара. Ҡотҡарыусы менән БЮТ каналының ижади төркөмө осрашты. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҠар ҡаплай башлаған баш кейеме, арҡан һәм янған автомобиль шул көндө хәтерләтә. Был ВДНХ менән «Аҡ йорт» тау саңғыһы комплексы араһындағы урман, кеше йөрөмәгән урын, тип әйтергә лә мөмкин. Төҙөлөп бөтмәгән бина ғына граффити төшөрөүселәрҙе йәлеп итә. Айрат Бикбулатов ҡатыны менән был юлдан осраҡлы ғына үтеп барғанда төтәп ултырған ВАЗ машинаһына юлыға.
Аңын юғалтҡан ирҙе машинан сығарған саҡта тәгәрәмәстәрҙе ут ялмап алған була. 99-сы модель автомобиль күҙ алдында тоҡана.
Водителде аңына килтерергә маташыу һөҙөмтә бирмәй. Ашығыс ярҙам хеҙмәтен көтөп ултырмай, Бикбулатовтар зыян күреүсене үҙҙәре дауаханаға алып китә. Ваҡиға тураһында интернет селтәрҙәре аша хәбәр итәләр. Ләкин фото һәм видео аҫтарында насар комментарий ҡалдырыусылар ҙа юҡ түгел.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, автомобиль тоҡанып китеүгә сымдарҙың дөрөҫ эшләмәүе сәбәпле. Зыян күреүсе дауханала иҫкә килә.
Әле зыян күреүсенең томошона хәүеф янамай. Бер ниндәй ҙә награда артынан ҡыумайым, бары тик кеше ғүмерен ҡотҡарыу теләге генә этәрҙе, ти Айрат Бикбулатов. Ҡотҡарыусының тап ошо юлдан үтеп, водителде төтөн араһынан сығара алыуы - бәхеткә тиң.
Әлфинә Килдейәрова