Башҡортостанда «Ҡаргиҙәр» иҫкәртеү операцияһы бара

Алдағы йылдарҙан айырмалы был юлы ул декабргә күсерелгән. Бер айға һуҙылған рейд барышында инспекторҙар юлһыҙ ерҙән йөрөгән мотосараларҙың төҙөклөгөнә, теркәү документтары, техника менән идара итеүселәрҙең таныҡлыҡтарына айырым иғтибар бүлә. Сираттағы рейд барышын БЮТ каналының ижади төркөмө күҙәтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфөгә ингән урында инспекторҙарҙың иғтибарын прицеп таҡҡан ике автомобиль йәлеп итте. Ғәҙҙәттә, ҡыш көндәрендә тағылмалы арбалар ҡаргиҙәрҙәрҙе күсереп йөрөү өсөн ҡулланыла. Белгестәрҙең эске тойомлауы алдаманы, иномаркалар туҡтатылғас водителдәрҙең мотосаралар алып ҡайтып барыуы билдәле булды.

Бындай осраҡта инспекторҙар ҡаргиҙәрҙе дөйөм ҡулланыштағы юлдарҙа транспортировкалауҙы тикшерә. Сөнки фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында прицептағы техниканың ныҡлы итеп беркетелеүе мөһим.

Ҡайһы бер хужалар теркәүгә ҡуйыуҙы, техник торошон тикшереүҙе, тейешле категориялы водитель таныҡлығын алыуҙы кәрәк тип тә уйламай. Битарафлы ҡараш йыш ғына фажиғәле хәлдәргә килтерә. Быйыл ғына республикала ҡаргиҙәрҙәр ҡатнашлығында үлемесле ике авария теркәлгән.

Мотосаралар менән идара итеү өсөн А 1 категориялы водитель таныҡлығы талап ителә. Уға эйә булыу өсөн бөгөн Өфөлә тиҫтәгә яҡын мәктәптә белем алырға мөмкин. Уҡыу ике аҙна дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә курсантар теория менән танышып, белемдәрен практик күнекмәләрҙә нығыта.

Һуңғы көндәрҙә республикала яуым-төшөмдөң артыуы күҙәтелә. Был үҙ сиратында ҡаргиҙәрҙә йөрөргә теләүселәрҙең ишәйәүенә килтерә. Шуға ла белгестәр фажиғәле хәлдәргә тарымаҫ өсөн тейешле ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра. «Ҡаргиҙәр» операцияһы декабрь аҙағына тиклем дауам итә.  

Илдар Байбулатов