Дамира Шәрифйән ҡыҙына 69 йәш ине. Ғүмерен медицинаға арнаған шәхес балалар хирургы булып эшләй. 2010 йылда Дамира Сабирйәнова Башҡортостан Медицина палатаһын ойоштора һәм етәкләй. Ул медицина фәндәре кандидаты, 60-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҒалимә менән хушлашыу бөгөн Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының «Медик» мәҙәниәт йортонда үтте.
Дамира Сабирйәнова сифатһыҙ дауалау һәм табип хаталары менән көрәшә, медицина хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡтарын яҡлау менән шөғөлләнә. Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры кәңәшсеһе булараҡ йәш белгестәрҙе уҡытыуға күп көс һала. Табиптың яҡындары һәм хеҙмәттәштәре Дамирә Сабирйәнованы ярҙамсыл, тура һүҙле, яуаплы һәм ихлас кеше булараҡ иҫкә алды.