Баш ҡалала әүҙем тормош алып барған оло быуын вәкилдәре тәбрикләнде

Өфөнөң ветерандар советы Башҡортостандағы Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер йылына йомғаҡ яһаны. Бүләкләнеүселәр пенсия йәшендә булыуына ҡарамаҫтан, бер генә йәмәғәт сараһынан да ситтә ҡалмай.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Үҙҙәре лә оло йәштәгеләрҙе берләштерерҙәй төркөм булдырып илһамланып ижад итә. «Селтәр» башҡорт милли кейеме студияһы мәҫәлән, Өфөлә генә түгел, тотош республикаға билдәле.

Йәмәғәт премияһы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кашаф Сәмиғуллин да тәбрикләнде. Ул сарала ҡатнашыусыларҙың иң оло бүләкләнеүсеһе ине. Отставкалағы полковник 98 йәшен ҡыуыуға ҡарамаҫтан, Өфөлә илһөйәрлеккә бәйле осрашыуҙарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Хәрби ветеран Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының махсус бүләген дә ҡыуанып ҡабул итте.

Азат Ғәлиуллин