Райондың төрлө ауылдарынан 7 йәштән алып 16 йәшкә тиклемге 130-ға яҡын көрәшсе ҡатнашты. Турнир барышын БЮТ каналының ижади төркөмө күҙәтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЮлыҡ ауылы үҙенең көрәшселәре менән район һәм республика кимәлендә киң таныла бара, был юлы ла ярышҡа 15 көрәшсе килде. 20 йылдан ашыу тренер булып эшләгән Илфат Дәүләтбаев йәш спортсыларҙы көрәштең бар нескәлектәренә ихлас өйрәтә.Ҡасандыр көрәш балаҫында бил һынаған Борис Миннибаев бөгөн ике улы өсөн яна.
Йәштәрҙе физик яҡтан көслө, сәмле, дәртле итеп тәрбиәләү өсөн районыбыҙҙа бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Милли көрәштә ҡатнашыусыларҙың күп булыуы был спорт төрөнөң балалар һәм үҫмерҙәр араһында популяр булыуы хаҡында һөйләй.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса Юлыҡ командаһы еңеү яуланы. Көс һәм таһыллыҡ ярышында улар күсмә кубокка һәм аҡсалата премияға лайыҡ булдылар. Урман сәнәғәте союзы кубогына үткәрелгән турнир традицияға индерелеп йыл һайын үткәреләсәк тип белдерҙе ойоштороусылар.