Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, «Система» финанс корпорацияһының башҡарма вице-президенты Михаил Маргелов, Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһының генераль директоры Сергей Гурин ҡатнашты. Яңы станция Ағиҙел аръяғында төҙөлөш эштәрен йәнләндерергә булышлыҡ итер тип көтөлә. Уның мөмкинлектәре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҠар баҫҡан сымдарға электр энергияһы ебәрелә. Биләмәләге ике трансформатор һәм башҡа электр бүлеү ҡоролмалары тулы ҡеүәтенә эшләй башлай. Был подстанция Ағиҙел аръяғында 2 миллион квадрат метрға тиклем торлаҡ төҙөү мөмкинлеге бирә, йәғни 70 меңләп кеше йәшәү шарттарын яҡшырта аласаҡ.
Яңы ярҙамсыл электр станцияһы 110 киловатҡа иҫәпләнгән. Ул иҫәп буйынса республикала 332-се. Киләсәктә был объекттың дауамы булараҡ Благовещен ҡалаһында һәм Иглин районында яңы подстанциялар сафҡа индереү ҡарала.
«Романовка» подстанцияһына нигеҙ былтыр һалынған. Төҙлөш эштәренә 294 миллион һум аҡса тотонолған. Белгестәр әйтеүенсә, бында тик үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең генә материалдары файҙаланылған.
Яңы ярҙамсыл станция Яңы йылға һәм Энергетиктар көнөнә оло бүләк. Белгестәр ул Өфө халҡына оҙайлы йылдар хеҙмәт итер, яңы төҙөлөштәргә этәргес яһар һәм өҙөклөктәр булмаҫ тип ышана.
Рәмзиә Кәримова