Бөгөн республика биләмәһендә күҙәтелгән буран күп һанлы авариялар теркәлеүенә сәбәпсе булды

 Һуңғы тәүлектә юл-транспорт ваҡиғаларында 4 кешенең ғүмере өҙөлдө. Һауа торошона бәйле коммуналь-хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле эш режимына күсерелде. Алдағы көндәрҙә һауа торошонан нимәләр көтөргә? Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Туймазы районында ПАЗ вахта автобусы менән «Тойота Эстима» минивены бәрелешкән мәл ҡурҡыныс фильмды хәтерләтә. Үлемесле  авария Бәләбәй-Николаевка-Туймазы юлының 57-се километрында теркәлде. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә минивен водителе ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе үк  һәләк була. Автобус салонында 3 пассажир булыуы билдәле.

Туймазы районында ҡаршы килгән «Лада Гранта» менән  КамАЗ йөк машинаһы бәрелешеп, еңел автомобиль водителе һәләк булған. Көслө бәрелештән йөк машинаһы юл ситенә түңкәрелгән. Уның водителе зыян күрмәгән. Авария көндөҙгө сәғәт дүрттәр тирәһендә Октябрьский -Туймазы автомобиль юлының 12-се километрында теркәлгән. Шулай уҡ Көйөргәҙе районында ике еңел автомобиль бәрелешеп ҡазаланған 55 йәшлек ҡатындың дауаханала ғүмере өҙөлгән.

Һауа торошона бәйле коммуналь-хужалыҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле эш режимына күсерелде. Ҡала урамдарын көрттән таҙартыу өсөн 26 берәмек техника йәлеп ителде. Эшселәргә юлдарҙы тәртипкә килтереү өсөн төнгө сәғәттәрҙә лә дежурға сығырға тура килә. Һауа торошо алдағы көндәрҙә лә тотороҡһоҙ буласаҡ. Кесе йоманан алып республикала һауа температураһы түбәнәйеп 20 градусҡа тиклем һыуытыр тип күҙаллана.

Яңы йыл байрамдарына төбәктә көндәр һыуытыр тип көтөлә. Белгестәр һауа температураһына теүәл фараздарҙы шәмбе-йәкшәмбегә ҡарай билдәләйәсәк.

ФЛОРИДА КИМ