Көҙәй ауылында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә моделле китапхана сафҡа инде

Иглин районы халҡына Яңы йыл бүләге. Көҙәй ауылында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә моделле китапхана сафҡа инде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

2021 йылда Көҙәй ауылы китапханаһы Мәҙәниәт милли проекты сиктәрендә үткәрелгән конкурста еңеп сыҡты. Һөҙөмтәлә китап йортон яңыртыуға федераль, республика һәм район бюджетынан ете миллион һум самаһы аҡса бүленде.

Федераль проект ярҙамында китапхана заман талаптары буйынса. Мультимедия панелдәре, компьютерҙар һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары һатып алынды. Балаларға тәбиғәтте өйрәнеү, география фәндәренән үҫтереүсе комплекстар хатта интерактив ҡомлоҡ барлыҡҡа килде.

Мәҙәниәт усағына килгән тәүге китап һөйөүселәр өсөн экскурсия ла ойошторолдо. Улар уҡыу залдары менән танышты. Яңы быуын китапханаһының мөмкинлектәрен барлап ҡараны.

Көҙәй ауылында яңы китап уҡыу киңлеген сафҡа индереү балалар һәм үҫмерҙәрҙе тәрбиәләү, ололар араһында мәҙәни ағартыу эшмәкәрлеге алып барыу йәһәтенән яңы башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.

Рафиҡ Әхмәтшин