Республикала коронавирус сирлеләр кәмей

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 484 кешелә вирус асыҡланған, 21 сирленең ғүмере өҙөлгән. Әле стационарҙа 262, өй шарттарында 6 мең ярым самаһы кеше дауалана. Дауаханала булған 100-гә яҡын пациенттың хәле ауыр тип баһалана.  Вакцина яһатҡан кешеләрҙең ауырып китеүе ихтимал. Әммә улар сирҙе еңел үткәрә, ти медицина белгестәре. Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы баш табибы Фәнил Шәмиғолов халыҡты прививка үтергә һәм һаҡланыу сараларын ҡулланырға саҡыра.   

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Илдә Яңы йыл байрамдарынан һуң, ауырыуҙар артыуы күҙаллана. Коронавирус йоҡтороусылар менән бер рәттән, башҡа инфекциялар ҙа таралыуы ихтимал. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдерәләр. Башҡортостанда әле грипҡа бәйле хәл ҡатмарлы ҡала. Республикала 16 мәктәп тулыһынса карантинға ябылған. Унда грипп менән ауырыусылар күбәйгән. Был турала баш санитар табип Анна Казак белдерҙе. Халыҡты гриптан вакциналау дауам итә. 2 миллион 100 меңдән ашыу кешегә прививка яһалған, уларҙың 400 меңдән ашыуы балалар.