Бөгөн “Алға” айырым иҡтисад биләмәһендә тәүге етештереү предприятиеһы эшләй башланы

“Аркада” компанияһының заманса һәм автоматлаштырылған тегеү фабрикаһы эш кейемдәре етештереүгә махсуслаша. Предприятиела 800 хеҙмәткәр эшләй. Инвестицияның дөйөм күләме 680 миллион һумдан ашыу. “Алға” майҙансығында икенсе предприятие ла асылды. “ЗУР” компанияһы бында диодлы лампалар һәм яҡтыртҡыс ҡорамалдар етештерә. Улар урамдарҙы, юлдарҙы, туҡталҡаларҙы, йәмәғәт һәм башҡа урындарҙы яҡтыртыуға тәғәйенләнә. Инвестиция күләме 300 миллион һумға баһалана, 50 тирәһе эш урыны булдырыла. “Маҡсатыбыҙ инновацион фәнни-техник үҙәк булдырыу”.  Ишембайҙа журналистар менән аралашыу барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт