Ишембай районында «Алға» махсус иҡтисади зонаһы майҙансығында тәүге предприятиелар эш башланы.

Фабриканы асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Заманса тегеү фабрикаһы өсөн проектҡа һалынған инвестицияларҙың дөйөм күләме 680 миллион һум. «Аркада» компанияһы фабрикаһында эш кейемдәренең киң ассортиментын тегеү планлаштырыла. Бында 800 эш урыны булдырылған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

"Алға" махсус иҡтисади биләмәһендә  асылған "ЗУР" предприятиеһында иодлы лампалар һәм яҡтыртыу ҡорамалдары етештерелә. Проект 300 миллион һум тәшкил итә. Ойошманы асыу тантанаһында төбәк етәксеһе эшселәр коллективы менән аралашты. Киләсәктә производствоны ҙурайтыу ҡарала.

Рәмилә Исмәғилева