Кәңәшмәне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Федераль әһәмиәттәге юлдарҙы төҙөкләндереү һәм ремонтлау, шулай уҡ төбәк трассаларында хәүефһеҙлек тәьмин итеү буйынса фекер алышынды. Атап әйткәндә, 2022 йылда республикала дөйөм оҙонлоғо 11 километрҙан ашыу юл участкаларын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТағы ла 158 километр арауыҡта юл ҡатламы яңыртыласаҡ. Бынан тыш, трассаларҙың 113 километрында электр яҡтыртыу системаһы монтажлана. Шулай уҡ алдағы йылдың 1 мартына тиклем төбәктә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәүсе 800 комплекс ҡуйыу ҡарала. Уларҙың 200-ө быйылғы йыл аҙағына тиклем эшләй башлай.
Гөлдәриә Йосопова