Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә бәлиғ булмаған ҡыҙ хужаһыҙ эттәрҙән зыян күргән. 13 йәшлек Вика төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Биҫтәлә йәшәүселәр әйтеүенсә, быға тиклем дә эт өйөрө кешеләргә һөжүм иткәне булған. Әле күңелһеҙ хәлдән һуң шәхси сектор һәм сәнәғәт ойошмаларында рейдтар үтә. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт13 йәшлек Вика эттәрҙән тешләнгән йөҙөн әсәһенә лә күрһәтергә теләмәй. Уны аңлап була, был йөйҙәр ғүмергә ҡаласаҡ. Бер үҙе һырғалаҡҡа китеп барған ҡыҙға 5-6 берәҙәк эт ташлана. Ваҡиға кискеһен дә түгел, көндөҙгө сәғәт 12-лә теркәлгән.
Ҡыҙҙың ҡысҡырған тауышын Геннадий ишетеп ҡала. Шаҡша микрорайонының был урыны мәктәпкә йөрөү өсөн ҡыҫҡа юл тип иҫәпләнә. Бер яҡтан тимер юлы, икенсенән - сәнәғәт заводтары уратып алған. Өҫтәүенә, эйәһеҙ бетон плитәләр өйөмө - берәҙәк эттәрҙең ояһына әйләнгән.
Шаҡша биҫтәһендә бындай хәл даими теркәлеп тора. 9 йәшлек Булаттың яралары шуға дәлил. Декабрь уртаһында мәктәптән ҡайтып барған малайға ла берәҙәк эттәр ташлана. Бәхеткә, алдан китеп барған уҡыусы, малайҙың ярҙамға саҡырған тауышын ишетеп килеп етә.
Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә тышҡа сығырға ҡурҡып тора. Хужаһыҙ эттәр аҙыҡ эҙләп йорттар янына яҡын килә. Тышта яҡтырытыу ҡоролмалары ла, юл да юҡ, дөм-ҡараңғы, өҫтәүенә, берәҙәк эттәр эйәләште, тип зарлана урында йәшәүселәр. Төрлө ведомстволарға мөрәжәғәт итеү ҙә һөҙөмтә бирмәгән.
Шулай уҡ әлеге ваҡытта Калинин районы буйынса Тәфтиш бүлеге тикшереү алды эше алып бара. Тик ҡыҙҙың тәнендә ҡалған яралар ғүмер буйына күңелһеҙ ваҡиғаны хәтерләтеп торасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова