Яңы йыл байрамдары алдынан Республика йоғошло клиник дауаханаһы табиптарына сәскә бүләк иттеләр

Табиптарға – сәскә гөлләмәһе. Яңы йыл байрамдары алдынан Республика йоғошло клиник дауаханаһы табиптарына сәскә бүләк иттеләр. Баш ҡала хакимиәте тәҡдиме менән ойошторолған акция сиктәрендә төбәктең ковид-госпиталдәрендә эшләүсе белгестәр ҙә ҡотлау ҡабул итәсәк.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Коронавирус инфекцияһы менән бәйле көсөргәнешле эш режимына күскән табиптарҙы дәртләндереү маҡсатында йоғошло сирҙәр дауаханаһына 200 сәскә гөлләмәһе килтерелде.

Флорида Ким