«Фәрештә неонатолог», «Фәрештә-невролог», «Фәрештә-реанематолог» кеүек 7 номинация буйынса иң яҡшы тип билдәләнгән аҡ халатлыларға аҡсалата бүләк, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙған сарала Ырымбур өлкәһе, Марий Эл, Мордовия, Сыуашстан һәм Татарстан республикалары белгестәре йыйылды.
Тәүге тапҡыр «Устағы бәхет» премияһы 2020 йылда етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы дауалаусы Башҡортостандың 50 табибына тапшырылғайны. «Үҙенсәлекле балалар» хәйриә фонды премияларын тапшырыу тантанаһында Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты.