Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн форум үткәрелде

Сара «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» балалар фестивале сиктәрендә ойошторолдо. Башҡортостанда 9 йыл рәттән уҙғарылған фестиваль сәләмәтлек сикләүҙәренә ҡарамаҫтан, балалар һәм үҫмерҙәрҙең  ижади һәләттәрен асырға ярҙам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Форумда инвалидтар өсөн ҡулайламалар күргәҙмәһе уҙҙы. Күргәҙмәгә килеүселәргә заманса техник ҡорамалдарҙы ҡулланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм консультациялар уҙғарылды. 

Күргәҙмәлә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау өсөн бик күп техник саралар тәҡдим ителә. Протездар, телмәр үҫешендә кәмселектәр булған балалар өсөн ҡулайламалар һәм башҡалары. Шулай белгестәр концультациялары ойошторҙоҡ.

Елена Калашникова, «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форумын ойоштороусы 

Гөлдәриә Йосопова