Шаран эшҡыуары Нурия Ихсанова Мәскәүҙә «Йыл кешеһе – 2021» премияһына лайыҡ булған

Шаран эшҡыуары Нурия Ихсанова Мәскәүҙә «Перспектива» төбәк үҫеше алтын фондының «Йыл кешеһе-2021» премияһы лауреаты исемен яулаған. Нурия Ихсанова дүрт бала әсәһе, 10 йылдан ашыү үҙе нигеҙ һалған шәхси предприятиеға етәкселек итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

64 кеше эшләгән предприятие икмәк, кондитер изделиелары, ярымфабрикаттар һәм турамалар эшләүҙә махсуслаша. Уның үҙенең фирма кибете лә бар, продукция 8 махсус машинала ташыла. Билдәләнеүенсә, Нурия Ихсанова район иҡтисадын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Абруйлы конкурста районды һәм республиканы лайыҡлы күрһәтеүебеҙгә бик шатмын. Мәскәүҙә беҙ үҙебеҙ етештергән продукция төрҙәрен күрһәттек. Видеопрезентация әҙерләнек. Бизнес өлкәһендә уңышыбыҙ юғары баһаланды.

Нурия Ихсанова, «Йыл кешеһе-2021» премияһы лауреаты

Гөлдәриә Йосопова