Кушнаренко районында «Ворлдскилс» оҫтаханаһы асылды

Кушнаренко районы ауыл хужалығы колледжында «Вордскилс» милли чемпионаты талаптарына ярашлы оҫтахана асылды. «Ветеринария» йүнәлешендә белем үҙләштерергә булышлыҡ иткән ҡоролмалар ярҙамында йәштәр хайуандарҙың сирҙәрен асыҡлап, уларҙы дауалау өҫтөндә эшләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уҡыу йортонда ойошторолған байрамда буласаҡ белгестәр  оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. «Ветеринария» курсы буйынса колледжда әле 92 студент белем ала. Заманса ҡорамалдар уҡыу программаһының практик өлөшөн үҙләштереүҙе еңелләштереп, эш шарттары менән танышырға булышлыҡ итә.

Яңы ҡоролмаларҙа хайуандарҙың сәләмәтлеген ҡарап, кәрәк тип тапһаҡ уларҙы дауалайбыҙ. Колледж клиникаһында һөнәрҙе үҙләштереү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Артабан уҡыуымды аграр университетта дауам итергә әҙерләнәм.

Снежана Ҡаҙраева, Кушнаренко ауыл хужалығы колледжы студенты

Флорида Ким