Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы Ҡытайҙың «Куньлунь Ред Стар» командаһын еңде

Мытищиҙа үткән осрашыуҙың тәүге осоронда командалар берәр шайба менән алышты. Өфө командаһынан голды Александр Кадейкин индерҙе. Уйындың икенсе осоро юлаевсылар файҙаһына тамамланды – Андрей Зубарев менән шул уҡ Кадейкин команданың өҫтөнлөгөн тәьмин итте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өсөнсө осорҙа «Куньлунь» иҫәпте тигеҙләүгә иреште һәм артабан уйын овертаймда дауам итте. Матч Филип Ларсендың тырышлығы менән яҡташтарыбыҙ файҙаһына 4:3 иҫәбе менән тамамланды. 

Гөлдәриә Йосопова