25 декабрҙә Башҡортостан Башлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте етәксеһенең шыршы байрамдары уҙа

Улар альтернатив форматта ойошторола. “Бүләктәр бер көндә тапшырыла. Боҙ ҡаласыҡтары майҙансыҡтарында әкиәт геройҙары ҡатнашлығында тамашалар күрһәтелә, бүләктәр таратыла. Әгәр бала байрамға килмәһә, бүләкте өйөнә илтеп бирәләр”,- тип белдерәләр баш ҡала хакимиәтенән.  Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында 29 декабргә тиклем Яңы йыл байрамдары  уҙғарыла, уларҙа 198 мең самаһы бала ҡатнаша. Сараларҙы ойошторғанда санитар-эпидемиологик талаптарҙы  үтәү мотлаҡ.