Унда баш ҡала парктары, скверҙары һәм йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереү мәсьәләләре ҡаралды. Өфөнөң юбилейына үҙәк парктар ғына түгел, ҡала ситендәге йәмәғәт биләмәләре лә төҙөкләндерелә. Дим районында “Үҙәк” парк, Орджоникидзе районында Нефтехимиктар паркы, Инорста Йылы күле тәртипкә килтерелә. Ҡайһы бер объекттарҙа төҙөкләндереү аҙағына яҡынлаша. Дан бульварындағы сквер “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса реконструкциялана. Радий Хәбиров йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтергәндә мотлаҡ халыҡ фекерен иҫәпкә алырға ҡушты.