Музыкант Илһам Байбулдин “Рәсәй рухы” премияһына лайыҡ булды

Бүләкте Рәсәй Хөкүмәте булдырған. Ул халыҡ ижады үҫешенә тос өлөш индергән ижадсыларға тапшырыла. Илһам бөгөн Ғафури районы Красноусол ауылында халыҡ театры режиссеры вазифаһын башҡара. Ул башҡорт дастандарын башҡарыу оҫтаһы булараҡ дан алды. “Еңеү яңы башланғыстарға юл аса. Яңы йыл алдынан яҡшы хәбәр алдым. Оло ҡыуаныс кисерәм”, ти  музыкант.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 “Рәсәй рухы” премияһы 2006 йылда булдырылды. Ошо йылдар эсендә 200-ҙән ашыу ижадсыға ошо бүләк тапшырылған. 2020 йылдан 500 мең һум күләмендә 5 премия бирелә.