Баҡалы районы Иҫке Ҡуян ауылында фельдшер-акушер пункты асылған

Унда пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар үткәреү, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым  бүлектәр бар. “Ауыл халҡы оло ҡыуаныс кисерә. Һаулығыбыҙҙы хәстәрләр урын яңырҙы”, - ти  Иҫке Ҡуян ауылынан Зәйтүнә Нуриманшина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быға тиклем ауыл халҡы иҫке һәм һыуыҡ бинала дауаланған. “Был беҙҙең ауыл өсөн йыл ваҡиғаһы”, - ти Иҫке Ҡуян ауылы фельдшеры Рита Насипова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Баҡалы районында Ноғайбәк менән Үмәр ауылдарында ла фельдшер-акушер пункттары асылды. Улар  "Сәләмәтлек" милли проекты буйынса сафҡа индерелгән.