Балтаста Түбәнге Ҡанһөйәр ауылы йорттарын газ йылыта

Ауылға – газ. Балтас районы Түбәнге Ҡанһөйәр ауылында тәүге дүрт йортҡа зәңгәр яғыулыҡ үткәрелде. Ауылға газ торбалары 20 йыл элек һуҙыла башлаған. Әммә ҡаҙанлыҡ тулы ҡеүәтенә быйыл ғына тоташтырылған. “Урындағы халыҡты оҙаҡ йылдар борсоған мәсьәлә бер нисә ай эсендә хәл ителеренә ышанабыҙ”, - ти Түбәнге Ҡанһөйәр ауылынан Ғәбдинур Исламғәлиев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан биләмәләрен газ менән тәьмин итеү программаһы буйынса Түбәнге Ҡанһөйәр ауылында 50-гә яҡын йортҡа газ индереү ҡарала.