"Яңы йыл менән, ветеран!" Республикала акция башланды

Бер кем дә онотолмаған. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе активистары һәм “Еңеү ирекмәндәре” “Яңы йыл менән, ветеран!” тигән акция башланы. Бөгөн партияның төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров һуғыш ветерандары – Менәүәрә Мәүлитова һәм Тәҡмилә Миңлеғоловаға бүләк тапшырҙы.

Акция барышында волонтерҙар республикала йәшәгән 600-гә яҡын ветеранды ҡотларға ниәтләй.