Башҡортостанда вакциналау күрһәткестәре әкренләп 80 процентҡа яҡынлай

13 районда коллектив иммунитет булдырыу тулы күләмдә башҡарылған. Улар араһында Шишмә, Саҡмағош, Әлшәй, Кушнаренко райондары бар. Саҡмағош ауылында йәшәүсе Тимербулат Миһранов вакцинаның икенсе компонентын эшләтә. Прививканы ул үҙен һәм яҡындарын коронавирустан һаҡлау маҡсатында ҡаҙатырға булған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Вакцина ҡаҙатыуға дәүләт хеҙмәттәре порталы аша яҙылырға мөмкин. Күптәр йәшәгән урындарындағы поликлиникаларға мөрәжәғәт итә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда Рәсәйҙә етештерелгән бөтә төр вакциналарҙы ла ҡаҙатырға мөмкин.

Рафиҡ Әхмәтшин