Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһында Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөйөк мәғрифәтсенең яҡты иҫтәлегенә арналған форумдың тап Миәс ҡалаһында ойошторолоуы осраҡлы түгел. Мифтахетдин Аҡмулланың һуңғы көндәре тап ошо төбәктә үтә, ул Миәс ҡалаһы эргәһендә ерләнгән.
Сарала ҡатнашыусылар мәғрифәтсе шағирҙың зыяратында булып, олуғ шәхес хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Конференция үҙе бер нисә өлөштән тора, уның сиктәрендә пленар ултырыш һәм түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған. Ғалимдар Мифтахетдин Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы, уның әҫәрҙәренең тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында фекер алышты, шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе.
Сарала Башҡортостандан билдәле ғалимдарҙы берләштергән абруйлы делегация ҡатнаша. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана Аҡмуллаға арналған бай йөкмәткеле күргәҙмә лә әҙерләгән.
Рәмзиә Кәримова