Иглин районының Оло Тәләк ауылында ҡышҡы һабантуй уҙҙы

Был сара төбәктә тәүге тапҡыр уҙғарыла һәм «Айыҡ ауыл» девизы аҫтында үтә. Ҡышҡы һабантуй ойоштороу шарттары буйынса яҙғыларынан артыҡ айырылмай. Тик конкурс-ярыштар был юлы хәтфә үләндә түгел, ҡар өҫтөндә бара.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡышҡы һабантуйҙың үҙенә генә хас нескәлектәре лә бар. Сана биҙәү буйынса ярышында беренсе урынға Көҙәй ауылы командаһы лайыҡ булды. Фермер Хәсән Иҙиәтуллин еңеүселәргә бүләккә мал һәм ҡош-ҡорт тапшырҙы.

Рәмзиә Кәримова