Республикала коронавирустан вакцина яһатыусылар 80 процентҡа етте. 1 миллион 988 кеше иммунизацияны тамамлаған. Һуңғы тәүлектә 17 меңдән ашыу кеше прививка ҡаҙатҡан. Беренсе компонент 2 миллион 155 мең кешегә эшләнгән. Башҡортостанда инфекция йоҡтороусылар һаны 119 меңдән артты. Һуңғы тәүлектә 432 кешелә вирус табылған. Әле стационарҙа 259 пациент дауалана, уларҙың 87-һе – ауыр хәлдә, 4 кеше яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми мәғлүмәттәре буйынса, бер тәүлек эсендә коронавирустан 19 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып, “ковид-19” инфекцияһынан 4 меңдән ашыу кеше үлгән.