Уҙған тәүлектә сирлеләр исемлеген тағы ла 432 кеше тулыландырған. Бөгөн стационарҙарҙа 259 кеше дауалана, уларҙың 177-һе 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 87 пациенттың 4-һе ИВЛ аппараттарына тоташтырылған. Тағы ла 6 429 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 451 кеше сыҡҡан, 19 кеше вафат булған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала халыҡты үлемесле вирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Коллектив иммунитетҡа ирешеү өсөн 2 484 667 кешегә прививка яһау планлаштырылһа, бөгөн 1 988 581 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка ҡаҙатыу өсөн 17 212 кеше мөрәжәғәт иткән.
Гөлдәриә Йосопова