Башҡортостанда иң яҡшы күп фатирлы йорт, ихата һәм подъездар билдәләнде

Конкурсты йомғаҡлау тантанаһы Өфөлә үтте. Еңеүселәргә төрлө номинациялар буйынса аҡсалата премиялар тапшырылды. Приз фонды 15 миллион 900 мең һум тәшкил итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Балаларға уйын майҙансығы, спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҡоролмалар һәм әлбиттә яңы йыл шыршыһы. Буранлап торған көн дә был ихатаның матурлығын ҡар менән күмә алмай. Хәйер, Күмертауҙағы өлгөлө йорт алдын ҡарҙан таҙартыу проблема булмаясаҡ. Республика конкурсында ҡатнашып улар призлы урын алған.

Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән йорт алды конкурста еңеп сыҡты. Бүләк аҡсаһы күп фатирлы йортто хеҙмәтләндереү, ихатаны ҡарҙан таҙартыу, уны сығарыу өсөн тотоноласаҡ.

Ольга Стазаева, Күмертау ҡалаһының «Пушкинский» идарасы компанияһы вәкиле

Конкурста еңеүҙе йортҡа беркетелгән ошондай билдә хәтерләтеп торасаҡ. Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында бәйгегә йомғаҡ яһалды.

Ағиҙел ҡалаһының Академик Курчатов исемендәге урамындағы йорт подъезы һәм Студенттар урамындағы күп фатирлы йорт та иң яҡшылар иҫәбендә. Был йорттарҙың подъездары һәр ваҡыт тәртиптә, фатир хужалары ихатала байрамдар ойоштора, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша.

Тәтешле районы үҙәге Үрге Тәтешлегә лә ике призлы урын. 1 миллион һум аҡса тотош урамды хеҙмәтләндереүгә тотноласаҡ.

Быйыл республика конкурсында 46 муниципалитет ҡатнашҡан. Баһалама комиссияға 203 ғариза килгән. Еңеүселәр күп фатирлы йорт, ихата һәм подъезд - өс категория буйынса баһаланған.

Баһалама комиссияһы урындарға сыҡты һәм видео-фотолар буйынса ла ҡараны. Еңеүселәрҙе билдәләү еңел булманы. Иң яҡшылар иҫәбендә бюджет аҡсаһына ғына түгел, үҙ сығымдарын да тотоноп йәшәгән ерен матурлаусылар.

Илдар Хәмзин, Башҡортостан торлаҡ -коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары

Иң яҡшы күп фатирлы йорт һәм ихата номинацияһы өсөн 1 миллион һум бирелде. Икенсе урын – 700, өсөнсө урын 500 мең һум менән баһаланды. Иң матур подъездар өсөн 100 мең һумдан 500 мең һумға тиклем приз ҡаралған.

Рәмилә Исмәғилева