Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында йыл әйләнәһенә тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға тос өлөш индергән ирекмәндәр тәбрикләнде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСара «Йәшел Башҡортостан» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан ирекмәндәр үҙәге менән берлектә ойошторолдо. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин төрлө райондарҙан килгән ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеген юғары баһалап, уларға рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.