Белгестәр петарда, фейерверк, салюттарға сертификаттар теүәллеген, шулай уҡ уларҙы һаҡлау шарттарын ҡараны. Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре лә иғтибар үҙәгендә булды. Пиротехника тауарҙары ун һигеҙ йәштән өлкәндәргә генә һатылырға тейеш.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКире осраҡта сауҙа ойошмаларны яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала. Һатып алынған тауарҙы машинала, йылытыу ҡорамалдары янында һаҡларға ярамай, ҡулланғанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәү шарт. Был турала сауҙа нөктәләренә килгән халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барылды.
Флорида Ким