Башҡорт дәүләт университетында Афған һуғышында интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк булған Нафиҡ Аллабирҙинды иҫкә алдылар.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтНафиҡ Аллабирҙин 1964 йылдың 19 ғинуарында Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында тыуған. 1982 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм 1983 йылдың октябрендә Афғанстанда хәрби хеҙмәтен үтә башлай. Ҡаһарман яҡташыбыҙ 1984 йылдың 22 авгусында гуманитар йөк менән автоколоннаны оҙатып барғанда һәләк була.
Сержант Аллабирҙин үлгәндән һуң «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Нафиҡ Аллабирҙин белем алған уҡыу йортонда уныи онотмайҙар. Уҡыу йортонда һалдат тормошона арналған бай мәғлүмәтле экспозиция эшләнгән, унда Нафиҡ Аллабирҙиндың шәхси әйберҙәре лә бар.