Был юлы баш ҡаланың балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр мөғжизәле сәйәхәткә юлланды. Яңы йыл уйындары, ҡарлы шоу, бүләктәр һәм Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу. «Поляр экспресс» маршрутында БЮТ каналының ижади төркөмө лә ҡатнашты. БЮТ кканалы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөнөң тимер юлы вокзалы бер көнгә әкиәти донъяға әйләнде. Ҡыш бабайҙың ярҙамсылары йөҙҙән ашыу бала менән «Поляр экспресс», йәки Өфө-Ҡарламан-Өфө маршруты буйынса сәйәхәткә сыҡты. Байрамса биҙәлгән «Орлан» поезына инер өсөн билет менән яҡшы кәйеф кенә кәрәк.
Кескәй пассажирҙар поезда тәүгә сәйәхәт итмәй. Ләкин быныһы башҡаларынан һис шикһеҙ айырылып тора. Әкиәт персонаждары юл дауамында яңы йыл кәйефе өҫтәп төрлө уйындар үткәрҙе. Ә йыр-бейеү һәм көтөлмәгән бүләктәр мөғжизә барлығына инандырҙы. Шулай уҡ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балаларға күңелле минуттар бүләк итте.
«Орлан» поезында тылсымлы сәйәхәт икенсе тапҡыр ойошторла. Хәйриә акцияһы опекун ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар, ауыр тормош хәлендә ҡалҡан бәлиғ булмаған үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән. Сараны республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән Куйбышев тимер юлы һәм “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» ойоштора. Сәфәрҙе полиция, транспорт хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре оҙатып бара.
Яңы йыл адынан түҙемһеҙләнеп мөғжизә көткән балаларға үҙенсәлекле сәйәхәт шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәне.
Киләсәктә лә «Орлан» поезы мөғжизәле сәйәхәттәрен дауам итәсәк. “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» ҡыҙыҡлы программаны Башҡортостанда ғына түгел башҡа төбәктәрҙә лә тормошҡа ашырасаҡ. Атап әйткәндә, Ульяновск, Пенза өлкәләре һәм Мордовия Республикаһының кескәй пассажирҙары өсөн экскурсиялар үткәреү күҙаллана.
Әлфинә Килдейәрова