«Салауат Юлаев» клубы Мәскәүҙең «Спартагы»нан 3:2 иҫәбе менән еңелде

Иҫәпте боҙ хужалары асты, юлаевсыларҙан Теему Хартикайнен икенсе осор аҙағында ғына ҡаршы ҡапҡаға шайба индерә алды. Өсөнсө осорҙа кҫомандалар бер-бер артлы голдар менән алышты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

«Спартак»тан шайбаны Якуб ЕржАбек, «Салауат» Юлаев»тан Родион Әмиров индерҙе. Еңеүсе төп ваҡыт һәм овертаймда ла билдәләнмәне. Еңеү буллиты «Спартак» уйынсыһы Максима Цыплаков иҫәбенә яҙылды. 25 декабрҙә яҡташтарыбыҙ үҙ боҙонда Екатеринбургтың «Автомобилист» командаһы менән осраша.

Гөлдәриә Йосопова