Радий Хәбиров коронавирус пандемияһы менән көрәшкән Башҡортостан медиктарына рәхмәт белдерҙе

Һаулыҡ һаҡлау системаһының уҙып барған йылдағы эшмәкәрлеге һәм ҡаҙанаштары Республика балалар клиник дауаханаһында уҙған күсмә кәңәшмәлә тикшерелде. Радий Хәбиров балалар гематология һәм онкология үҙәген төҙөү барышы менән танышты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бында йәш пациенттар өсөн оптималь шарттар тыуҙырыла. Яңы бина менән республика балалар клиник дауаханаһы араһында йылы үткәүел буласаҡ. Объект 2023 йылда сафҡа инер тип көтөлә. Башҡортостан башлығы төҙөлөш эштәрен шәхси контролгә алды. Радий Хәбиров шулай уҡ хирургия корпусын ҡараны һәм дауахананың йәш пациенттарына яңы йыл бүләктәре тапшырҙы.

«Сәләмәтлек сәғәте» форматындағы кәңәшмәлә Радий Хәбиров коронавирус пандемияһы менән аяуһыҙ көрәшкән медиктарға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм мәкерле сирҙән вафат булған табиптарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан киләсәккә ышаныс менән ҡарай.

Медицина өлкәһендә әлеге кеүек капиталь төҙөлөш бер ваҡытта ла булмаған. Республиканың адреслы инвестиция программаһы ярҙамында быйыл ғына 17 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөү планлаштырылған. Тағы ла ике учреждениены проектлау ҡаралған. Был маҡсатҡа 4 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Радий Хәбиров киләһе йылға үлем осраҡтарын кәметеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйҙы.