Башҡортостанда кино фонды булдырыла һәм киноиндустрияны үҫтереүгә гранттар бүленәсәк

Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн ошо тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән осрашыуҙа белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, кино тарихты, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, туған телде һаҡлауға булышлыҡ итә, ғаилә ҡиммәттәрен, быуындар күсәгилешлеген нығтыуға тос өлөш индерә. Киноиндустрияны һаҡлау өсөн берлектәге эшмәкәрлек талап ителә, тине Республика башлығы. Осрашыуҙа Өфөнөң 450 йыллығы буйынса проекттар хаҡында ла һүҙ барҙы. Төп темалар тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тарихи, документаль, нәфис һәм анимация фильмдары. Башҡортостан киноиндустрияһы төрлө йүнәлештә үҫешә, абрулы фестивалдәрҙә еңеү яулай. Радий Хәбиров әйтеүенсә, хатта хәҙер сәнғәттә башҡорт киноһы тигән төшөнсә лә барлыҡҡа килде. Һәм уның беҙҙең йәмғиәттә тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ.

Киноиндустрия үҫешенә арналған осрашыу тәүге тапҡыр ойошторола. Шуға күрә һорауҙар күп йыйылған. Мәҫәлән, әле 14 муниципаль берәмектә заманса кинозалдар юҡ. Кинематографистар союзы үҙенең бинаһы хаҡында ла хыяллана. Билдәле режиссер Фәрит Ғәбитовтың исеменә мәңгеләштереү, музей асыу ниәте лә бар. Хәбиров әйтеүенсә, һорауҙар тикшереләсәк һәм хәл итеү мөмкинлектәре ҡараласаҡ. Республика башлығы кино фондын булдырыу һәм киноиндустрия үҫешенә гранттар биреү тәҡдимен индерҙе. Тәүге 50 миллион һум киләһе йылда уҡ бүленә. Белгестәр фекеренсә, был бик урынлы, сөнки кино ҙур сығымдар талап иткән сәнғәт төрө.

Алда-Өфөнөң 450 йыллығы. Кинорежиссерҙарҙың тарихи юбилей айҡанлы үҙенсәлекле тәҡдимдәре бар. Булат Йосопов осрашыуҙа үҙ проекты менән сығыш яһаны. «Өфөнән һөйөү менән» фильмын төшөргән Айнур Асҡаровтың да ижади пландары ҙур. Ул Урал батыр эпосы буйынса күп сериялы фильм һәм яу ҡаһармандары хаҡында йәнһүрәттәр төшөрөргә ниәтләй. Режиссер Башҡортостан киноиндустрияһында һалым ҡайтармаларын, йәғни рибейтты индереү хаҡыннда ла әйтте, әле был система 10 төбәктә эшләй. Уның Өфөнөң юбилейы буйынса ла тәҡдимдәре байтаҡ.

Киноиндустрия үҫеше буйынса һөйләшеү ике сәғәткә яҡын барҙы. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был осрашыу һуңғыһы түгел, киләсәктә уны йыл һайын ойоштороу ҡарала. Сөнки башҡорт киноһы үҫергә теейш. Әйткәндәй, киләһе йыл экрандарға Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса төшөрөлгән «Төнъяҡ Амурҙары» тулы метражлы анимация фильмы сыға.

Мәҙәниәтте, сәнғәтте үҫтереүгә арналған һөйләшеү артабан Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжында дауам итте. Башҡортостан башлығы мәҙәниәт учреждеиеһында халыҡ-ара, рәсәй, республика кимәлендәге конкурс еңеүселәре менән осрашты. Уларға Республика данын яҡлағандары, мәҙәни хазиналарыбыҙҙы быуындан-быуынға тапшырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Осрашыуҙа башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, алдағы бурыста билдәләнде. Билдәле сәхнә оҫталарына юғары дәүләт наградалары ла тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында йәш ижадсылар менән бергә, мәҙәниәтебеҙ аҡһаҡалы, ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаев та бар.

Әлбиттә, һөйләшеү маҡтау-хуплауҙарҙан ғына тормай, көнүҙәк мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Мәҫәлән, бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелгән Хәбир Аралбаев башҡа хеҙмәттәштәре өсөн дә борсолоу белдерҙе.

Мәҙәниәт – йәмғиәтебеҙ көҙгөһө, рухи байлыҡ. Уны һаҡлау, киләсәккә тапшырыу өсөн сәнәғәт әһелдәренең хеҙмәтенән тыш, матди-техник база ла кәрәк. Республика башлығы был өлкәгә дәүләт ярҙамы даими күрһәтеләсәк тип белдерҙе. Радий Хәбиров киләсәктә күркәм архитектурала заманса мәҙәнитә усағы төҙөү бурысын да ҡуйҙы.

Рәмзиә Кәримова