"Өфө" футболсылары Премьер-лигала урынын һаҡлап ҡалырға тейеш

Был турала  клубтың генераль директоры Шамил Ғәзизов белдерҙе. Финанс ауырлыҡтар бөткән, яҡшыраҡ һөҙөмтәгә ирешергә тейешбеҙ, Республика Башлығы шундай талап ҡуйҙы, тине ул. "Өфө" командаһы Премьер-лиганың был миҙгелендә уйындарҙың тәүге өлөшөн 15-се урында тамамлана. Турнир ҡағиҙәләренә ярашлы, миҙгел һөҙөмтәләре буйынса 15-се һәм  16-сы урын алған командалар тура түбәнге лигаға төшөп ҡала.