Халыҡ-ара бәйләнештәр ҡатмарлы булыуға, эпидемилогик хәл тотороҡһоҙ тороуға ҡарамаҫтан, Владимир Путин ил иҡтисадын нығытыуҙы төп йүнәлеш итеп һайлаған. Иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев Рәсәй Президентының матбуғат конференцияһы тураһында ошондай фекерҙә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтВладимир Путин – көслө лидер. Ул халыҡ-ара даирәлә мөһим фигура. Был һөйләшеү барышында ла күренде. Матбуғат конференцияһында Рәсәйҙең сит илдәр менән мөнәсәбәтенә бәйле һорауҙар байтаҡ булды. Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итеү ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Беҙҙең илдең донъяның беренсе иҡтисады булған дәүләт менән тығыҙ элемтәлә тороуы, бигерәк тә, Көнбайышты һәм Европа дәүләттәре берлеген хафаға һала. “Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды”, тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтВладимир Путиндың быйылғы матбуғат конференцияһы иҫәп буйынса 17-сеһе булды. Сара яҡынса 4 сәғәт барҙы, Владимир Путин 55 һорауға яуап бирҙе. Дәүләт башлығы 2001 йылдан журналистар менән осраша.