Бөгөн – Конституция көнө. Ошо уңайҙан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда журналистар менән осрашыу үтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПарламент рәйесе Константин Толкачев киң мәғлү мәт саралары вәкилдәрен йыл дауамында башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. Башҡортостан депутаттары өсөн йыл уңышлы килгән, 300-ҙән ашыу ҡануни документ тикшерелгән һәм ҡабул ителгән. Улар араһында иҡтисади йүнәлештәгеләр ҙә, социаль өлкәгә ҡағылғандары ла бар.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Дәүләт думаһына ҡануни башланығстар менән дә сыҡҡан, был йәһәттән республика депутаттары илдә лидерлыҡты бирмәй. Уларҙың 13 тәҡдиме ил кимәлендә ҡабул ителәгән йәки федераль закондарҙың нигеҙенә ятҡан. Константин Толкачев билдәләүенсә, йылдың иң ҙур ҡаҙанышы булып Конституцияға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү менән бәйле эшмәкәрлек тора.
Сара сиктәрендә Паламент тематикаһын киң мәғлүмәт сараларында әүҙем яҡтыртҡан журналистар ҙа бүләкләнде. Еңеүселәр 5 номинация буйынса билдәләнде, улар араһында телевидение, радио, гәзит-журналдар хеҙмәткәрҙәре. Бөтәһе 2 тиҫтәгә яҡын кеше. Бүләкләнеүселәр исемлегендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрселәре Рәмзиә Кәримова, Артур Шәмсетдинов һәм оператор Артур Ханов та бар.
Журналистар әйтеүенсә, Башҡортостан Парламенты депутаттары киң мәғлүмәт сараларына һәр ваҡыт асыҡ. Шуға күрә тема рәсми булһа ла яҡтыртыу менән бәйле ҡатмарлыҡтар юҡ.
Рәмзиә Кәримова