Өфөлә иң өлгөлө ихата, йорт һәм подъезд билдәләнде

Өфөлә ике этапта ойошторолған конкурстың йомғаҡлау мәле етте. Еңеү урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр һигеҙ подъезд араһында беренсе урын өсөн көрәште. Бөхтәлек, тәртип буйынса еңеүселәр менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта ентекләберәк хәбәрсе Гүзәл Борханова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был подъезға ингән ерҙән үк кешеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн шарттар тыуҙырылған. Ковид инфекцияһын иҫкәртеү өсөн санитайзерҙар урынлаштырылған. Күргәҙмә материалдар ҙа был өлгөлө подезда үҙеңде нисек тоторға, ауыр инфекцияға юл ҡуймау алымдары хаҡында иҫкәртә.

Йорт 71-се йылда файҙаланыуға тапшырылған. Эльвира Сәмиғуллина был подъезда ярты быуат ғүмер итә. Йортта йәшәүселәр дөйөм йыйылышта сүпүткәргесте ғәмәлдә ҡалдырған. Әммә бер кем дә сүп-сарҙы подъезға йә булмаһа иҙәнгә ҡалдырып китмәй.

«Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» тигән төшөнсәне балалар мәктәпйәшенән үк һеңдереп үҫә. Спорт тренажерҙары – был подъезда йәшәүселәрҙең айырым ғорурлығы. Уларҙа бында йәшәгән һәр кеше шөғөлләнеп, сәләмәтлеген нығыта ала.

Был подъезда йәшәүселәр сүпүткәргес менән ҡуллана, ә эреләрен йорт артындағы контейнерҙарға сығара. Подъездың һәр этажы йәшел үҫентеләргә бай оранжереяны хәтерләтә. Бында тәмәке тартыу һәм башҡа тәртипһеҙлектәр тыйылған. Һәр этаж һайын видеокүҙәтеү камералары урынлаштырылған.

Видеокүҙәтеү камераларын бында йәшәүселәр үҙ иҫәбенә һатып алып урынлаштырған. Улар ҙа дөйөм ҡулланылышта булған йыһаздарҙы емермәүҙән, вандалдарҙан һаҡлаусы төп ҡорал. Креатив идеялар, һынлы сәнғәт конкурстары ла бында йәшәүселәрҙең олоһо-кесеһе тормошона айырым йәм өҫтәй.

Быйыл конкурсҡа 30 ғариза ҡабул ителде. Был подъезда кпаиталь ремонт үткән, халыҡ та берҙәм һәм егәрле. Күп фатирлы йорт рәйесе башланғысы менән конкурста беренсе урын алыу өсөн күр тырышлыҡ һалдылар.

Римма Нәсибуллина, Өфө торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге белгесе

Ҡайҙа сүп-сар ташламайҙар, емермәйҙәр-шунда тәртип һәм бөхтәлек. Бында йәшәүселәр матурлыҡты күмәк көс менән, бергәләп булдыра.

Гүзәл Борханова