Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә кадет класы асылды

Ватанға тоғро хеҙмәт итергә. Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә кадет класы асылды. Кадет анты ҡабул иткән уҡыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тәбрикләне.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Көньяҡ биҫтәлә урынлашҡан белем усағында кадет класы асылды. Физик яҡтан таҙа, яҡшы билдәләргә өлгәшкән, психологик яҡтан ныҡ 10 малай һәм 8 ҡыҙ тантаналы шарттарҙа ант итеп, тыуған илена тоғро хеҙмәт итергә вәғәҙә бирҙе. Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы уларға махсус форма тапшырҙы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министр урынбаҫары Азат Бадранов мәктәпкә электрон тир бүләк итте.

Әле районда өс кадет класы булдырылған. Уларҙың белем биреү программаһына математика, физкультура фәндәренән, робототехника һәм ҡул көрәше йүнәлештәрендә өҫтәлмә сәғәттәр индерелде. Мәктәпте тамамлап артабан хәрби уҡыу йортона инергә теләүселәргә өҫтәлмә балдар ҡаралған.

Урында кадет класы Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы ниәте менән асылды. Мәғлүм булыуынса, был ойошма төбәктә бер йыл элек ойошторолдо. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уның ярҙамы менән бихисап акциялар, проекттар тормошҡа ашырылды. 20 мәктәпкә 4 миллион һумға торошло спорт ҡоролмалары ҡайтарылды.

Белем учреждениеларында хәрби-патриотик йүнәлешкә иғтибар бүлеү мөһим. Урында иһә уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә был тәрбиә ысулына ҙур теләк белдерә. Киләсәктә был башланғысты үҫтереү өсөн төрлө саралар ҡаралған.