Өр-яңы спектаклде Алексеевка ауылы Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сәхнәләштергән. Хәйриә тамашаһында район хакимиәте вәкилдәре лә ҡатнашты. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБарыһы ла балалар өсөн. Алексеевка ауылының Мәҙәниәт йорто «Фьеки бум йәки яңы йыл фиестаһы» спектаклен сәхнәләштерә. Тамашала артистар, йыр-бейеү түңәрәктәре тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша. Һигеҙ тиҫтә бала,10 персонаж сәхнәнән яңы йыл кәйефе өләшә.
Был юлы «Фьеки бум йәки яңы йыл фиестаһы» спектакле Өфө районында йәшәүсе талантлы һәм һаулыҡ мөмкинлектре сикләнгән балалар өсөн ҡуйылды. Музыкаль әкиәт хореография һәм вокал менән оҙатылып бара. Сценарий авторы – Светлана Дәүләтбаева спектаклдә «Алиса мөғжизәләр илендә» әкиәтендәге королева ролен башҡара.
Хәйриә спектакленә 100-гә яҡын бала саҡырылған. Улар төрлө өлкәләрҙә ҡаҙаныш яулаған үҫмерҙәр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе һәм инвалид балалар. Яңы йыл адынан уларға Өфө районы хакимиәтенән бүләктәр тапшырылды.
Коронавирус талаптарына ярашлы, бар балаларҙы ла бер урынға йыйып булмай. Шуға күрә тамашаға килә алмағандар өсөн артистар һәм ирекмәндәр үҙҙәре өйҙәренә барасаҡ. Йәмғеһе, Алексеевка ауылында йәшәүсе 500 балаға Ҡыш бабай бүләктәре тапшырыласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова